

Светлана Шәйҙуллина Борай ауылының көнкүреш хеҙмәттәре күрһәтеү йортонда 1993 йылда эш башлай. Тәжрибә туплап, кейем тегеү һәм ремонтлау буйынса үҙ ательеһын аса.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
2021 йылда “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә муниципаль пргграммала ҡатнашып, коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙең бер өлөшөн ҡаплау өсөн финанс ярҙам ала, тип хәбәр итә Борай районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
“Светлана” ательеһына килеүселәр уның эшенең сифатын билдәләй. Һәр кемдең күңеленә асҡыс табып эшләгәнгә шулай ул. “Клиенттарымдың ҡәнәғәт һәм ҡыуаныслы ҡарашын күреү – минең өсөн иң ҙур бүләк”, – ти эшҡыуар ҡатын.
Фото – Борай районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.