+14 °С
Облачно
Милли проекттар
1 Апреля 2022, 11:50

Кем ул Көҙәй һылыуы?

Нуриман районының Иҫке Күл ауылы мәҙәниәт йортонда “Көҙәй һылыуы-2022” һылыуҡайҙар бәйгеһе үтте. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Кем ул Көҙәй һылыуы?Кем ул Көҙәй һылыуы?
Кем ул Көҙәй һылыуы?

Нуриман районының Иҫке Күл ауылы мәҙәниәт йортонда “Көҙәй һылыуы-2022” һылыуҡайҙар бәйгеһе үтте.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Сара “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторолдо. Бәйгелә Нуриман һәм Иглин районынан иң матур, иң һәләтле туғыҙ ҡыҙ ҡатнашты, тип хәбәр итә Нуриман районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Ҡатнашыусылар үҙҙәре менән таныштырып, һәләттәрен күрһәтте, башҡорт бейеүе менән сығыш яһаны, шиғырҙар уҡыны, тыуған яғы тураһында һорауҙарға яуап бирҙе, тәмлекәстәр ҙә бешереп алып килде. Фойела конкурсанттарҙың ҡул эштәренән күргәҙмә лә ойошторолғайны.

Гран-приға Иглин районы Меңйетәр ауылынан Милена Кәлимуллина лайыҡ булды. Шул уҡ ауылдан Илзидә Һаҙыева – 1-се, Нуриман районы Яңы Күл ауылынан Аида Сәүбәнова – 2-се, Иҫке Күлдән Милена Шәйхетдинова 3-сө урынды алды.

– Бәйгелә ҡатнашыусы ҡыҙҙар һәләттәрен дә, башҡорт мәҙәниәтен яҡшы белеүен дә күрһәтте. Һәр береһе һөйкөмлө, ҡабатланмаҫ. Артабан да һылыуҡайҙарыбыҙға уңыштар юлдаш булһын. Алдарына ҡуйған маҡсаттарына ирешһендәр, – ти район хакимиәте башлығы урынбаҫары Миләүшә Әхтәмйәнова.

Фото – Нуриман районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас