

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей НАЗАРОВ бизнес буйынса «Business women 2022» ҡатын-ҡыҙҙар форумында сығыш яһаған. "Беҙ Башҡортостанда бизнес эшмәкәрлеге алып барыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға ҙур иғтибар бүләбеҙ һәм был үҙ һөҙөмтәһен бирә. Бөгөн республикала кесе һәм урта эшҡыуарлыҡтың 129 мең субъекты иҫәпләнә. Уларҙа 40 процентты ҡатын-ҡыҙ биләй. Шул уҡ ваҡытта һәр өсөнсө эш социаль йүнәлешле. Ундай эшҡыуарҙарға яҡынса 500 мең һумлыҡ гранттар тапшырыла. Бөгөн беҙҙең республика социаль бизнестың үҫеш кимәле буйынса Рәсәйҙә икенсе урынды алып тора.
Ә дөйөм алғанда, Башҡортостан ҡатын-ҡыҙ эшҡыуарҙар һаны буйынса Рәсәйҙең алдынғы биш төбәге иҫәбенә инә. Шуға сарала фекер алышыу барышында республикаға яңы проекттарҙы башлау һәм булғандарын үҫтереү маҡсатында башҡа төбәктәрҙән дә эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙарҙы саҡырҙым. Бизнестарын киңәйтеү өсөн Башҡортостан уларға уңышлы майҙансыҡ булыр, тип ышанам”, – тигән Андрей Назаров үҙенең социаль селтәрендәге сәхифәһендә.
Фото: Андрей Назаровтың социаль селтәрендәге сәхифәһенән.