+21 °С
Облачно
Милли проекттар
31 Марта 2022, 03:47

Республикала халыҡ-ара экспорт күләме — 3,7 миллиард доллар

Башҡортостанда 2021 йыл йомғаҡтары буйынса халыҡ-ара экспорт күләме 17,8% артып, 3,7 миллиард доллар тәшкил иткән. Алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышының 42-се ултырышында республика премьер-министры Андрей Назаров ошо турала әйткән.

Республикала халыҡ-ара экспорт күләме — 3,7 миллиард долларРеспубликала халыҡ-ара экспорт күләме — 3,7 миллиард доллар
Республикала халыҡ-ара экспорт күләме — 3,7 миллиард доллар

Башҡортостанда 2021 йыл йомғаҡтары буйынса халыҡ-ара экспорт күләме 17,8% артып, 3,7 миллиард доллар тәшкил иткән. Алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышының 42-се ултырышында республика премьер-министры Андрей Назаров ошо турала әйткән.

«Күн әйберҙәрҙе (өс тапҡырға), ағас һәм ҡағыҙ изделиеларҙы (ике тапҡырға), ауыл хужалығы һәм металл продукцияһын (80% ашыуға), химия продукцияһын һәм кейем-һалымды (40-50 процент тирәһе) ситкә оҙатыуҙа үҫеш темпы артҡан. Башҡортостандың Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге былтыр Рәсәй экспорт үҙәге рейтингында ил төбәктәре араһында икенсе урынды яуланы. Беҙҙең республика — экспорт стандартын индереү лидерҙары араһында. Бынан тыш, Нур-Солтанда һәм Минскиҙа Башҡортостан вәкиллектәрен астыҡ, тиҙҙән Ҡытайҙа, Үзбәкстанда асырға йыйынабыҙ», — тип билдәләне Андрей Назаров.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:
Читайте нас