+21 °С
Облачно
Милли проекттар
31 Марта 2022, 09:12

Осрашыу, кәңәшләшеү урыны

Стәрлетамаҡ районының Наумовка китапханаһында “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында булдырылған конференциялар залы заманса дискуссиялар майҙаны булып тора. Етәкселәр, йәмәғәт ойошмалары, ниндәйҙер өлкәлә уңыш ҡаҙанған кешеләр менән осрашыу, кәңәшләшеү, китапханаға килеүселәрҙең осрашыу урыны ул. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан  

Осрашыу, кәңәшләшеү урыныОсрашыу, кәңәшләшеү урыны
Осрашыу, кәңәшләшеү урыны

Стәрлетамаҡ районының Наумовка китапханаһында “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында булдырылған конференциялар залы заманса дискуссиялар майҙаны булып тора. Етәкселәр, йәмәғәт ойошмалары, ниндәйҙер өлкәлә уңыш ҡаҙанған кешеләр менән осрашыу, кәңәшләшеү, китапханаға килеүселәрҙең осрашыу урыны ул.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Төрлө саралар, конференциялар, һөйләшеүҙәр, тренингтар, түңәрәк өҫтәлдәр, семинарҙар, тантаналар, кәңәшмәләр, ултырыштар үткәреү өсөн бында телевизор, микрофон, ноутбук, магнит маркерлы флипчарт бар. Ҡорамалдар видеояҙмалар күрһәтергә, презентация тәҡдим итергә мөмкинлек бирә.

Асылған китап рәүешендәге китап кәштәһе бүлмәне биҙәп тора. Трансформер өҫтәлдәр һәм уңайлы йомшаҡ мебель он-лайн һәм оф-лайн саралар үткәрергә мөмкинлек бирә. Бында яҙыусылар, рәссамдар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән тура эфирҙар ойошторорға, хеҙмәттәштәр менән мәсьәләләрҙе сисеү юлдарын бергәләп эҙләргә була.

Был залда оператив кәңәшмәләр, ултырыштар, түңәрәк өҫтәлдәр үтә. “Эшлекле осрашыуҙар, кәңәшмәләр үткәреү өсөн урын барлыҡҡа килеүенә бик шатбыҙ. Бында бөтә кәрәкле ҡорамалдар булыуы уңайлы”, – ти Наумовка ауыл советы хакимиәте башлығы Д.А. Чиликин.

Фото – Стәрлетамаҡ районы үҙәкләштерелгән китапхана системаһы.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас