+7 °С
Ясно
Милли проекттар
31 Марта 2022, 14:34

Агромониторинг тураһында килештеләр

“ЭР-Телеком Холдинг” (“Дом.ру” сауҙа маркаһы) компанияһы менән БР Ауыл хужалығы министрлығы хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Агромониторинг тураһында килештеләрАгромониторинг тураһында килештеләр
Агромониторинг тураһында килештеләр

“ЭР-Телеком Холдинг” (“Дом.ру” сауҙа маркаһы) компанияһы менән БР Ауыл хужалығы министрлығы хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Килешеүгә ҡул ҡуйыуҙың нигеҙендә Башҡортостандың агросәнәғәт комплексын автоматлаштырыу һәм һанлаштырыу буйынса өҫтөнлөклө бурыстарҙы хәл итеү ихтыяжы ята. Документ төбәктә был өлкәнең тотороҡло үҫеше өсөн агрометеомониторинг мәсьәләләрендә бергә эшләргә мөмкинлек бирә.

– Бөгөн республика ауыл хужалығына һанлы технологияларҙы әүҙем ҡулланмайынса үҫешеүе ауыр булыуын аңлайбыҙ. Уларҙы алдан өйрәнһәк һәм ҡулланһаҡ, һауа торошона бәйлелегебеҙҙе кәметә һәм эш һөҙөмтәһен арттыра алырбыҙ, – ти БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәйзрахманов.

– Һауа торошо үҙгәреп тора, әммә уны күҙәтеп барырға мөмкин һәм кәрәк. Климат күрһәткестәрен күҙәтеү ауыл хужалығы предприятиеһына эшен дөрөҫ ойошторорға мөмкинлек бирә. Метеостанцияларҙан алған мәғлүмәттәргә таянып, теге йәки был эште алдан планлаштырырға була, – ти “ЭР-Телеком Холдинг” акционер йәмғиәтенең инновацион проекттар етәксеһе Евгений Норов.

Компания артабан да был өлкәне үҫтереүҙә инновацион сервистар тәҡдим итмәксе. “Беҙҙең төп маҡсат – әҙер ауыл хужалығы продукцияһының үҙҡиммәтен кәметеү, абсолют уңыш алыу, килемде арттырыу”, – ти Евгений Норов.

Фото һәм сығанаҡ – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте сайты.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас