+7 °С
Облачно
Милли проекттар
30 Марта 2022, 13:00

Уңған әсә лә ул, егәрле эшҡыуар ҙа

 Тәтешле районынан өс бала әсәһе Ольга Сиражетдинова үҙ эшен асыу теләге менән район хакимиәтенә мөрәжәғәт итә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Уңған әсә лә ул, егәрле эшҡыуар ҙаУңған әсә лә ул, егәрле эшҡыуар ҙа
Уңған әсә лә ул, егәрле эшҡыуар ҙа

 Тәтешле районынан өс бала әсәһе Ольга Сиражетдинова үҙ эшен асыу теләге менән район хакимиәтенә мөрәжәғәт итә.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

 “Онлайн һатыу менән шөғөлләнеү өсөн күптән үҙ офисым хаҡында хыялланым. Tatplus shop интернет магазинында үҙмәшғүл булараҡ эшләйем. Үҙ клиенттарым да бар. Әле эшмәкәрлегемде киңәйтергә теләйем. Күптән түгел социаль килешеү нигеҙендә адреслы социаль ярҙам күрһәтеү программаһында ҡатнашыу мөмкинлеге хаҡында белеп ҡалдым һәм дәүләт ярҙамы алыуға документтар тапшырырға булдым. Әле бизнес-план өҫтөндә эшләйем, килем-сығымдарҙы барлайым. Комиссия идеямды хуплаһа, бюджет аҡсаһына үҙемә эш урыны булдырырға иҫәп тотам, бында клиенттар кейемде кейеп ҡарай ҙа аласаҡ. Офис кәрәк-ярағы, техника алырға кәрәк. Ҡуртымға бина эҙләй башланым”, – тип бүлешә Ольга.

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә үткәрелгән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә йүнсел ҡатынға консультация ярҙамы күрһәтелде, тип хәбәр итә Тәтешле районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Ул социаль килешеү нигеҙендә адреслы социаль ярҙам алыу мөмкинлеге, шулай уҡ бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү буйынса муниципаль программа сиктәрендә ярҙам алыу шарттары  таныша. Белгестәргә бина табыуҙа, проектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәтергә ҡушыла.

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашырға теләүселәр үҙҙәре йәшәгән район хакимиәтенә мөрәжәғәт итә ала, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының инвестиция порталында түбәндәге һылтанма буйынса ғариза ҡалдырырға мөмкин: https://investrb.ru/ru/ .

Фото –  Тәтешле районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.  

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас