+23 °С
Облачно
Милли проекттар
30 Марта 2022, 11:50

Отҡорҙар, сәмлеләр

Октябрьский ҡалаһында Ҡышҡы ГТО фестиваленең муниципаль этабы үтте. Унда дөйөм белем биреү учреждениеларының балалар спорт клубтары командалары ҡатнашты. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Отҡорҙар, сәмлеләрОтҡорҙар, сәмлеләр
Отҡорҙар, сәмлеләр

Октябрьский ҡалаһында Ҡышҡы ГТО фестиваленең муниципаль этабы үтте. Унда дөйөм белем биреү учреждениеларының балалар спорт клубтары командалары ҡатнашты.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Ярыштар “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы, Биатлон үҙгәе, Спорт һарайы майҙансыҡтарында үтте,  тип хәбәр итә Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

“Ярыштарҙа бөтә дөйөм белем биреү учреждениелары ла ҡатнашты. ГТО  комплексының III - V баҫҡыстарына ҡараған 11 – 17 йәшлек 84 уҡыусы ГТО сайтында теркәлде.

1-се урынды 2-се гимназия командаһы алды, 2-се урынға 10-сы, 3-сө урынға 17-се мәктәп уҡыусылары сыҡты. Еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы ҡотлайбыҙ!” – ти  Октябрьский ҡалаһының “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы етәксеһе Владислав Коптилин.

Сара “Демография” милли проекты, уҡыусыларҙың  XXIV спартакиадаһы сиктәрендә ойошторолдо. 

Фото – Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас