

Баймаҡ районы Ҡолсора ауылында заманса модулле фельдшер-акушер пункты асылды.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Элекке ФАП авария хәлендә тип танылған.
Ҡолсорала 362 кеше йәшәй, уларҙың күбеһе – оло йәштәгеләр.
– Беҙҙең кеүек ололарға был ваҡиға бик ҡыуаныслы. ФАП яҡты, уңайлы, фельдшерыбыҙҙы ла хөрмәт итәбеҙ, – ти ауыл кешеләре.
Яңы ФАП-та фельдшер Гөлсибәр Мөхәмәтшина эшен дауам итә. Ул бында һигеҙ йыл эшләй. ФАП асылыу тантанаһында Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев уны Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләне, тип хәбәр итә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Фото – БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.