

Башҡортостан ишле ғаиләләргә ипотека бурысын түләү өсөн субсидиялар биреү программаһы буйынса Рәсәй төбәктәре араһында алдынғы урынды биләй. 5646 күп балалы ғаилә 2,5 миллиард һум күләмендә аҡса алған.
Был 2020 йылға ҡарағанда 65 процентҡа күберәк.
Республика хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров алтынсы саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 42-се ултырышында ошо хаҡта хәбәр итте.
«Башҡортостан — «Ауыл ипотекаһы» программаһы буйынса Рәсәй төбәктәре араһында лидер (5,9 миллиард һумлыҡ 3003 кредит бирелгән), 2020 йылға ҡарата 7% күберәк» , — тип белдерҙе Назаров.
Фото "Башинформ"дан алынды.