

Дыуан районы Мәсәғүт ауылының балалар музыка мәктәбенә яңы музыка ҡоралдары алынды. Рояль, фортепиано, баян, аккордеон, думбыра, тауыш ҡорамалдары өсөн федераль, төбәк һәм урындағы бюджеттан аҡса бүленде.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Матди-техник базаны нығытыу “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” федераль проекты сиктәрендә башҡарылды, тип хәбәр итә Дыуан районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Дыуан районындағы тәүге рояль Иркутскиҙан килгән. Тиҙҙән ул яңыртылған сәхнәлә урын алыр, тип көтә музыка мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары.
– Коллективыбыҙ ҙа, тәрбиәләнеүселәребеҙ ҙә конкурстарҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте, райондың мәҙәни тормошона үҙ өлөшөн индерҙе. Мәктәпкә бындай бүләк артабан да үҫешергә, камиллашырға көс, дәрт бирер, – ти мәктәп директоры Эллада Федеева.
Фото – Дыуан районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.