+7 °С
Ясно
Милли проекттар
29 Марта 2022, 11:34

Батырҙар үҫә

Ғафури районында “Батырҙар көрәше”асыҡ республика турниры үтте. Ярышта Өфө, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Салауат, Мәләүез ҡалаларынан, Ғафури, Әбйәлил, Ҡыйғы, Асҡын, Ҡырмыҫҡалы, Шишмә райондарынан 164 кеше ҡатнашты. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Батырҙар үҫәБатырҙар үҫә
Батырҙар үҫә

Ғафури районында “Батырҙар көрәше”асыҡ республика турниры үтте. Ярышта Өфө, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Салауат, Мәләүез ҡалаларынан, Ғафури, Әбйәлил, Ҡыйғы, Асҡын, Ҡырмыҫҡалы, Шишмә райондарынан 164 кеше ҡатнашты.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Сара “Демография” милли проектының “Спорт – тормош рәүеше” төбәк проекты сиктәрендә 1812 – 1814 йылғы Ватан һуғышына 210 йыл тулыу айҡанлы ойошторолдо.

Ярыш бик көсөргәнешле барҙы. Красноусол ауылының “Батыр” көрәш клубында шөғөлләнеүселәр төрлө ауырлыҡ һәм йәш категорияларында юғары һөҙөмтә күрһәтте һәм Стәрлетамаҡтағы “Батыр” клубы бүлексәһе менән берлектә командалар араһында беренсе урынды алды, тип хәбәр итә Ғафури районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Турнирҙа көмөш миҙалға Өфөнөң “Салауат ММА” командаһы лайыҡ булды, өсөнсө урынды Стәрлетамаҡтың “Витязь” командаһы алды.

– Бындай ярыштарҙың даими үтеп тороуы, традицияға әйләнеүе ҡыуандыра. Ошондай осрашыуҙар балаларҙы сәләмәт тормош рәүешенә йәлеп итә, күнекмәләргә әүҙем йөрөргә дәртләндерә, яңы еңеүҙәргә әйҙәй, – ти Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов.

Фото – Ғафури районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

 

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас