+6 °С
Ясно
Милли проекттар
29 Марта 2022, 04:27

Башҡортостан йәштәр эшҡыуарлығын үҫтереү буйынса Бөтә Рәсәй программаһының пилот төбәге иҫәбенә индерелде

Республикабыҙҙың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре Росмолодежь бизнес командаһы менән берлектә йәштәр эшҡыуарлығын үҫтереү федераль программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында видео-осрашыу уҙғарҙы. Программаны бойомға ашырыуға Рәсәйҙең 37 пилот төбәге индерелгән. Осрашыу барышында проект сараларына һәм Йәш эшҡыуарҙар клубының эшмәкәрлегенә арналған презентациялар үткәрелде. 

Башҡортостан йәштәр эшҡыуарлығын үҫтереү буйынса Бөтә Рәсәй программаһының пилот төбәге иҫәбенә индерелдеБашҡортостан йәштәр эшҡыуарлығын үҫтереү буйынса Бөтә Рәсәй программаһының пилот төбәге иҫәбенә индерелде
Башҡортостан йәштәр эшҡыуарлығын үҫтереү буйынса Бөтә Рәсәй программаһының пилот төбәге иҫәбенә индерелде

Республикабыҙҙың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре Росмолодежь бизнес командаһы менән берлектә йәштәр эшҡыуарлығын үҫтереү федераль программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында видео-осрашыу уҙғарҙы. Программаны бойомға ашырыуға Рәсәйҙең 37 пилот төбәге индерелгән. Осрашыу барышында проект сараларына һәм Йәш эшҡыуарҙар клубының эшмәкәрлегенә арналған презентациялар үткәрелде. 

– Беҙҙең дөйөм маҡсат – Рәсәйҙә эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге менән етди ҡыҙыҡһынған йәш эшҡыуарҙар берләшмәһе булдырыу һәм уларҙың тотороҡло үҫешен тәьмин итеү. Бында бизнес-берләшмәнең социаль яуаплығын һәм баһаһын арттырыу мөһим, – тине йәш белгестәргә федераль ярҙам күрһәтеү үҙәге директоры урынбаҫары Ирина Макухина. Башҡортостан командаһы йәштәрҙең эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге тәжрибәһе менән уртаҡлашты, эшсе төркөмө тәҡдим иткән йүнәлештәр менән таныштырҙы.

 

– Йәш эшҡыуарҙарҙың клуб форматы төбәктәге йәштәр бизнесы берләшмәһендә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Беҙҙең эшҡыуарҙар өсөн төбәк комьюнитиһы булдырырға кәрәк, ундағы һәр ҡатнашыусы үҙ эшен киң йәйелдерергә этәргес бирерҙәй бизнес-партнер һәм остаз табыу мөмкинлегенә эйә булырға тейеш. Ә иң мөһиме – башҡа төбәктәрҙәге коллегалары менән тәжрибә бүлешеү һәм үҙ эшен федераль кимәлгә сығарыу, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук. Йәш эшҡыуарҙар клубына ингәс тә, клуб ағзаһы, амбассадор йә ҡатнашыусы тигән статустарҙың береһен алырға мөмкин. Статус алыу өсөн (ААЙ, ШЭ, үҙмәшғүллек) теркәлгән һәм эшмәкәрлек алып барған бизнесың булыу мотлаҡ.

 

Йәштәр эштәре буйынса Федераль агентлығының Йәш эшҡыуарҙар клубына ҡушылыу өсөн «Рәсәй йәштәре» автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһында теркәлергә һәм https://myrosmol.ru/event/72809 һылтанмаһы буйынса инеп, анкета тултырырға кәрәк.

Фото Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми сайтынан алынды.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас