+7 °С
Ясно
Милли проекттар
29 Марта 2022, 09:56

“Агростартап” ярҙам итә

“Агростартап”программаһының өс йыл эшләү дәүерендә 232 яңы фермер хужалығы барлыҡҡа килгән. Йәрмәкәй районынан крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Айрат Миңлеәхмәтов дәүләт ярҙамы менән ярмалар етештереү эшен яйға һалған. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан #сделановРоссии #сделановБашкортостане #знайнаших #покупайнаше

“Агростартап” ярҙам итә“Агростартап” ярҙам итә
“Агростартап” ярҙам итә

“Агростартап”программаһының өс йыл эшләү дәүерендә 232 яңы фермер хужалығы барлыҡҡа килгән. Йәрмәкәй районынан крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Айрат Миңлеәхмәтов дәүләт ярҙамы менән ярмалар етештереү эшен яйға һалған.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан #сделановРоссии #сделановБашкортостане #знайнаших #покупайнаше

 

Һәр саҡта ла һәр кемгә лә кәрәк булған аҙыҡ-түлек – ярма әҙерләү цехы проекты 2020 йылда “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡарала. Айрат Миңлеәхмәтов дәүләт һәм муниципаль ярҙам саралары хаҡында консультация ала.

Эшҡыуар 2020 йыл аҙағында Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығынан грант ала. Финанс ярҙамды ул ярма продукцияһын сорттарға айырыу һәм төрөү буйынса ҡоролма алыуға тотона. Ул сменаһына һигеҙ тонна ярманы эшкәртә.

Цехта арпа, тары ярмалары, борсаҡ эшкәртелә. Сеймалды үҙҙәре әҙерләй йә башҡа фермерҙарҙан алалар. Продукцияға һорау ҙур. Ярма башлыса Мәскәү һәм Санкт-Петербургҡа һатыла.

Йүнселдең ниәттәре ҙур. Ҡоролмаларҙы яңыртыу, етештереүҙе киңәйтеү, әҙер продукцияны бәләкәйерәк ҡаптарға төрөп һатыу.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас