

Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы генераль директоры Наил Ғәббәсов һәм Төркиәләге «Башҡортостан Республикаһы Конгресс-бюроһы» ойошмаһы вәкиле Марат Танһыҡҡужин «Sanica Pipe» компанияһы етәкселәре менән эшлекле кәңәшмә үткәрҙе. Һөйләшеүҙә республикала пластик торба, плиткә һәм профилдәр етештереү буйынса яңы инвестиция проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡаралды.
Кәңәшмә барышында инвестор килешеүгә ярашлы проектты ғәмәлгә ашырырға әҙерлеге хаҡында белдерҙе. Әлеге ваҡытта бизнес-планға һуңғы төҙәтеүҙәр индерелә һәм етештереүҙе башлау өсөн кәрәкле ҡорамалдар алына. Проектҡа йәмғеһе 1,5 миллиард һум күләмендә аҡса бүлеү ҡаралған һәм 120 яңы эш урыны булдырыласаҡ. «Өфө» индустриаль паркында алты етештереү цехы урын аласаҡ. Проекттың артабанғы этабы «Алға» махсус иҡтисади зонаһында ғәмәлгә ашырыласаҡ.
– Етештереүҙе башлау өсөн майҙансыҡтар әҙер, ошо арала инвестор менән килешеүгә ҡул ҡуйырға йыйынабыҙ, — тип билдәләне Наил Ғәббәсов. – Осрашыу барышында проектты «Инвестсәғәт»кә тикшереүгә сығарырға тәҡдим ителде.
Шуны әйтергә кәрәк: Үҫеш корпорацияһы етәксеһе Төркиәгә эшлекле сәфәрендә Fatinoglu Holding предприятиеһында булды, етештереү барышы һәм әҙер продукция менән танышты.
— Эш сәфәрендә, инвесторҙың предприятиелары эшмәкәрлеге күләмен баһалап, «Алға» махсус иҡтисади зонаһында электр күтәргестәре етештерергә маҡсат ҡуйҙыҡ. Әле бергә уның проекты өҫтөндә эшләйбеҙ, — тип өҫтәне Наил Ғәббәсов.
Фото Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми сайтынан алынды.