+25 °С
Ясно
Милли проекттар
25 Марта 2022, 12:39

Һылыуҙар, һәләтлеләр

– 11-се класта уҡыйым. Бейергә яратам, “Хәтирә” башҡорт бейеүҙәре коллективы менән төрлө сараларҙа сығыш яһайбыҙ. Йырлайым, һүрәт төшөрәм, спорт менән шөғөлләнәм. Еңергә ынтылып, ныҡлы әҙерләндем, был минең өсөн – ҙур ваҡиға. Тамашасыларҙы ҡыуандырырға яратам, шул саҡта үҙемдең дә күңелем йырлай, – ти Иглин районында үткән “Мисс Яҙ – 2022” бәйгеһе еңеүсеһе Аделина Нәсибуллина. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Һылыуҙар, һәләтлеләрҺылыуҙар, һәләтлеләр
Һылыуҙар, һәләтлеләр

– 11-се класта уҡыйым. Бейергә яратам, “Хәтирә” башҡорт бейеүҙәре коллективы менән төрлө сараларҙа сығыш яһайбыҙ. Йырлайым, һүрәт төшөрәм, спорт менән шөғөлләнәм. Еңергә ынтылып, ныҡлы әҙерләндем, был минең өсөн – ҙур ваҡиға. Тамашасыларҙы ҡыуандырырға яратам, шул саҡта үҙемдең дә күңелем йырлай, – ти Иглин районында үткән “Мисс Яҙ – 2022” бәйгеһе еңеүсеһе Аделина Нәсибуллина.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

 Сара “Мәҙәниәт”  милли проектының “Ижади кешеләр” проекты сиктәрендә ойошторолдо. “Мисс Яҙ – 2022” исеме өсөн иң һәләтле, иң аҡыллы, иң сибәр ете ҡыҙ ярышты.

Ҡыҙҙарҙың үҙҙәрен сәхнәлә тота белеүе, йырлауы, бейеүе, шиғыр һөйләүе баһаланды. Уңған хужабикә булыуҙарын да иҫбатланылар – милли ризыҡ бешереп килтерҙеләр. Дефиле конкурсында матур күлдәктәрен кейеп күрһәттеләр.

“Зеркало” вокаль-инструменталь ансамбле менән “Импульс” бейеү мәктәбе тәрбиәләнеүселәре сығыштары менән сараны биҙәне.

– Ҡыҙҙар барыһы ла яҡшы әҙерләнгән. Шулай ҙа Аҡбирҙенән Аделинаның айырыуса ентекле әҙерләнеүен билдәләп үтмәй булмай. Рэп уҡыны, сәхнәлә үҙен ышаныслы тотто, Яҙ образын сағылдырған бик матур күлдәктә сығыш яһаны, – ти “Алпамыш” клубы етәксеһе Люциә Ғәлимова.

Беренсе урынды Оло Теләк ауыл советынан Дарья Хәйбуллина алды. Икенсе урынға – Виктория Поколова, өсөнсөгә Гүзәлиә Вәдүтова сыҡты (улар икеһе лә Иглин ауыл советынан), тип хәбәр итә Иглин районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

– Был күркәм байрамда еңелеүселәр юҡ, барыһы ла номинациялар буйынса приздарға лайыҡ булды, – ти жюри ағзаһы Гөлшат Ибатова.

Фото – Иглин районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас