+23 °С
Облачно
Милли проекттар
25 Марта 2022, 10:26

Сәләмәт булыуға ни етә!

Күгәрсен районында март айы төрлө  спорт сараларына бай булды. Саңғыла ла йүгерҙеләр, волейбол буйынса ла көс һынаштылар, сатраш майҙанында ла алыштылар. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Сәләмәт булыуға ни етә!Сәләмәт булыуға ни етә!
Сәләмәт булыуға ни етә!

Күгәрсен районында март айы төрлө  спорт сараларына бай булды. Саңғыла ла йүгерҙеләр, волейбол буйынса ла көс һынаштылар, сатраш майҙанында ла алыштылар.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

“Сәләмәт булыуға ни етә!”, – ти Мораҡ ауылынан Гүзәл Ҡотлобаева. Мәҙәниәт өлкәһендә эшләгән Гүзәл Митдин ҡыҙы Күгәрсен районы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзын етәкләй. Спорт менән шөғөлләнә, әүҙем тормош алып бара. Байтаҡ йылдар инде спорт ярыштарында алдынғылыҡты бирмәй ул. Алда тағы ла уңыштар көтһөн!

Саралар “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү рәүеше” проектын  тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторолдо, тип хәбәр итә  Күгәрсен районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Фото – Күгәрсен районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас