+15 °С
Ясно
Милли проекттар
25 Марта 2022, 13:22

“Сәхнә – ижад майҙаны”

Бөрйән районында мәҙәниәт ойошмалары хеҙмәткәрҙәренең һөнәри оҫталыҡ байрамы үтте. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

“Сәхнә – ижад майҙаны”“Сәхнә – ижад майҙаны”
“Сәхнә – ижад майҙаны”

Бөрйән районында мәҙәниәт ойошмалары хеҙмәткәрҙәренең һөнәри оҫталыҡ байрамы үтте.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Бәйгелә һигеҙ мәҙәниәт хеҙмәткәре ҡатнашты. Йырланылар, бейенеләр, монологтар уҡынылар. Музыка, йыр, театр тамашаһы ярҙамында үҙҙәре хаҡында һөйләнеләр. Һәр эштә сценарий төҙөү, режиссерлыҡ һәләтенә иғтибар бирелде, башҡарыу оҫталығы, хис-тойғоларҙы бирә белеү, халыҡ ижадын ҡулланыу һ.б. баһаланды, тип хәбәр итә Бөрйән районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

– Бөгөн Бөрйән район мәҙәниәт һарайы буйынса клуб тибындағы 27 мәҙәниәт-ял учреждениеһы бар. 295 халыҡ ижады үҙешмәкәр ойошмаһы эшләй. Районыбыҙ таланттарға бай. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең идеялары һәм тынғыһыҙ хеҙмәте ауыл халҡының тормошон биҙәй. Тап улар халыҡтың ғөрөф-ғәҙәтен һаҡлаусы, төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырыусы, мәҙәни саралар үткәреүсе булып тора, – ти район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Клара Теләүбаева.

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең һөнәри һәм ижади оҫталығын арттырыу, һәләтле белгестәрҙе билдәләү маҡсатында үткәрелгән  ижади байрам “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә үтте.

Фото – Бөрйән районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас