

“Пушкин картаһы” программаһы йәш быуынды мәҙәниәткә йәлеп итеүгә булышлыҡ итә. Февраль айынан карта буйынса Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы һәм Кино фонды ярҙамында үҙ илебеҙҙә төшөрөлгән сеанстарға билет алырға мөмкин. Был маҡсатҡа ике мең һумды тотонорға була.
Яңауыл районы уҡыусылары был мөмкинлектән даими файҙалана.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Уҡыусылар “Нефтсе” кинотеатрында “Мария. Спасти Москву”, “Однажды в пустыне”, “Папы”, “Мистер Нокаут”, “Хочу замуж”, “Звездный разум”, “Вне зоны доступа” фильмдарын ҡаранылар. Кинотеатрҙағы заманса видео- һәм аудиосистемалар, уңайлы ултырғыстар йәш тамашасыларға кино донъяһына сумып, рәхәтләнеп ял итергә мөмкинлек бирҙе, тип хәбәр итә Яңауыл районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
– “Пушкин картаһы” проекты ярҙамында балалар бер тин аҡсаһын сығармай мәҙәни ял итә ала. Икенсенән, үҙ илебеҙҙә сыҡҡан фильмдар ҡарау белем алыу йәһәтенән дә файҙалы, күп картиналар ил тарихы, билдәле чемпиондар, ижад, фән кешеләренә арналған бит, – ти “Йәштәр һарайы” директоры Регина Хамматова.
“Пушкин картаһы” проекты тормошҡа ашырыла башлағандан алып “Нефтсе” кинотеатрында 500 уҡыусы фильм ҡараған.
“Мәҙәниәт” милли проекты буйынса ойошторолған саралар мәҙәниәт усаҡтарына йөрөүселәрҙе, шулай уҡ мәҙәниәт өлкәһендә һанлы ресурстарға мөрәжәғәт итеүселәрҙе арттырыуға йүнәлтелгән.
14 йәше тулған, 23 йәшкә етмәгән йәштәргә “Пушкин картаһы”н йылдың һәр миҙгелендә алырға мөмкин. Культура.РФ сайтында был хаҡта ентекле яҙылған.
Фото – Яңауыл районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.