+15 °С
Болотло
Милли проекттар
24 Март 2022, 04:05

Бары теләк кәрәк

Үткән йылда Руслан Вилданов социаль килешеү нигеҙендә адреслы социаль ярҙам биреү программаһына инә. Бының өсөн ул  фотография төшөрөү буйынса бизнес-проектын тәҡдим итә. 2021 йылдың сентябрендә асылған LION фотостудияһы Краснокама районында ғына түгел, Нефтекама ҡалаһында ла билдәле. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Бары теләк кәрәкБары теләк кәрәк
Бары теләк кәрәк

Үткән йылда Руслан Вилданов социаль килешеү нигеҙендә адреслы социаль ярҙам биреү программаһына инә. Бының өсөн ул  фотография төшөрөү буйынса бизнес-проектын тәҡдим итә. 2021 йылдың сентябрендә асылған LION фотостудияһы Краснокама районында ғына түгел, Нефтекама ҡалаһында ла билдәле.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

– Нефтекамала йәшәһәм дә, Яңы Нуғай ауылында теркәлгәнмен. Шуға ла хыялымды тормошҡа ашырыу ниәте менән Краснокама районының мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт иттем. Бында мине иғтибар менән тыңланылар ҙа социаль килешеү нигеҙендә адреслы социаль ярҙам биреү программаһында ҡатнашырға тәҡдим иттеләр. Бизнес-проект әҙерләп, уны уңышлы яҡлап сыҡтым, конкурсты үтеп, аҡса алдым, – тип һөйләй Руслан.

Йәш эшҡыуар – үҙ эшенең оҫтаһы, шуға ла комиссияға барыһын  ентекләп аңлатып бирә алды. Русландың художестволы белемгә, интерьер биҙәү оҫталығына эйә булыуы, график программаларҙы белеүе, үҙен төҙөүсе булараҡ та һынап ҡарауы уның файҙаһына ғына булды, тип аңлата Краснокама районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Программа буйынса бүленгән аҡсаға Руслан камера, объектив ала. Тормош иптәше Диана – һәр яҡлап таянысы, ярҙамсыһы. Фотостудия өсөн бинаны ҡуртымға алалар. Ентекле ремонт яһайҙар – фото төшөрөү өсөн бөтә уңайлыҡтарҙы булдыралар. 251 квадрат метр майҙанда урынлашҡан заманса фотостудияла төрлө жанрҙа фото төшөрөргә мөмкин.

Әле фотограф башлыса мәктәп, балалар баҡсалары, вуздарҙы тамамлаусыларға альбомдар эшләү менән шөғөлләнә. Уларҙы компьютерҙа эшкәртеп, Мәскәүҙә баҫтыра. Киләсәккә пландары күп. Видео төшөрөргә, фотокитаптар эшләргә лә теләй. Был өлкәлә эшләргә мөмкинлек күп, теләк һәм ваҡыт ҡына кәрәк, ти эшҡыуар.

Фото – Краснокама районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас