+21 °С
Облачно
Милли проекттар
24 Марта 2022, 08:21

Бәләкәстәр өсөн – өҫтәмә урындар

Башҡортостанда ике шәхси балалар баҡсаһы федераль грант отҡан. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Бәләкәстәр өсөн – өҫтәмә урындарБәләкәстәр өсөн – өҫтәмә урындар
Бәләкәстәр өсөн – өҫтәмә урындар

Башҡортостанда ике шәхси балалар баҡсаһы федераль грант отҡан.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

БР Мәғариф һәм фән министрлығында субсидия рәүешендә грант биреүгә шәхси мәктәпкәсә йәштәге белем биреү ойошмаларын конкурс буйынса һайлап алыу комиссияһы ултырышы үтте.

Грант “Демография” милли проектының “Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” төбәк проекты сиктәрендә бүленә.

Республиканың ике шәхси балалар баҡсаһы еңеүсе тип табылды, тип хәбәр итә БР Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Өфөнөң 30 урынға иҫәпләнгән “Йәйғор Өфө” балалар баҡсаһы – 3,7 миллион һумлыҡ, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 20 урынлыҡ “Непоседа үҫеш үҙәге” балалар баҡсаһы 2,47 миллион һумлыҡ грант ота.

“Демография” милли проектының “Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә 2022 йылда шәхси балалар баҡсаларында 1,5 – 3 йәшлек балалар өсөн 50 өҫтәлмә урын булдырыуға 6 170 000 һум аҡса бүлеү ҡаралған. Уның 6 046 600 һумы – федераль ҡаҙнанан, 123 400 һумы республика бюджетынан бүленә.

Бындай конкурс йыл һайын үткәрелә. 2021 йылда 11 шәхси балалар баҡсаһы – 400 өҫтәмә урын, 2020 йылда биш шәхси балалар баҡсаһы 200 өҫтәмә урын булдырыуға грант алған.

 

Фото – Интернет селтәренән.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас