

Тәүҙә өй янындағы йылытмала ғына ҡыяр үҫтерелә. Яйлап теплица хужалығы ҙурая, бөгөн ул гектарҙан артыҡ майҙанды биләй.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында ойошторолған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматындағы кәңәшмә сиктәрендә район хакимиәте башлығы Динис Йосопов Флорид Саматовтың теплица хужалығына барҙы.
Флорид Зариф улы 2015 йылдан алып ҡыяр үҫтереү менән мәшғүл. Ошо ваҡыт арауығында ул үҙ эшен асырға дәүләт ярҙамы алған, тип хәбәр итә Асҡын районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Ҡубыяҙ ауылы янында урынлашҡан райондағы иң ҙур йылытма хужалығы утын яғып йылытыла. Эшҡыуар газ менән йылытыуға күсергә ниәтләй. Газ ҡаҙаны ла алған, тик ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында эшенең осона сыға алмаған. Бының өсөн бер ни тиклем аҡса кәрәк.
Осрашыу барышында Динис Рәдис улы йүнселгә “Ғаилә фермаһы” программаһында ҡатнашырға тәҡдим итә. Дәүләт ярҙамы газ менән йылытыуға ла, етештереүҙе киңәйтергә лә етер.
Әле эшҡыуар үрсетмәләр өсөн ер әҙерләү менән мәшғүл.
– Быйыл март һыуыҡ килә, ҡыярҙы һуңыраҡ сәсәбеҙ, – ти ул.
Эшҡыуар үҫтергән ҡыярҙы Асҡында ғына түгел, күрше райондарҙа ла бик теләп һатып алалар.
Фото – Асҡын районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.