

Тимерсе һөнәре һәр осорҙа ла көнүҙәк булып ҡала. Металл әйберҙәр популярлығын юғалтмай, бигерәк тә йорт төҙөүҙә, биҙәүҙә йыш ҡулланыла. Шешлек бешереү, ял итеү урындары, ҡойма һәм ҡапҡалар, интерьер әйберҙәре ҙур һорау менән файҙаланыла.
Салауат ҡалаһында йәшәгән Рөстәм Күсәрбаев төрлө әйберҙәр сүкеп яһау менән шөғөлләнә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте” кәңәшмәһе сиктәрендә ҡаланың бизнес-шерифы Урал Мағизов оҫта янына килә, тимерсенең эштәре менән таныша. Улар бизнесты үҫтереү юлдары, дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһында һөйләшә, хеҙмәттәшлек итеү хаҡында килешә, тип хәбәр итә Салауат ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте” “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында ойошторола.
Фото – Салауат ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.