

Асҡындағы Bright телдәр өйрәнеү студияһы – балаларҙың яратып йөрөгән урыны. Бында дәрестәр күңелле уйын рәүешендә үтә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Инглиз теле уҡытыусыһы Альмира Хәбибуллина “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә ойошторолған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә студия асыу тураһында ниәте менән уртаҡлаша. Уға хеҙмәттәше Лиана Вәлинурова ҡушыла. Үткән йылдың октябрендә асылған студияға бөгөн 5 – 13 йәшлек 50 бала йөрөй. Лиана Ҡәҙим ҡыҙы ололар менән дә шөғөлләнә.
– Район хакимиәтенә ярҙамы өсөн рәхмәтлебеҙ. “2019 – 2024 йылдарҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү”муниципаль программаһы буйынса беҙгә ҡорамалдар алыуға киткән сығымдың бер өлөшөн ҡаплауға аҡса бүленде. Кәрәкле йыһаз, ҡорамалдар һатып алыуға тотондоҡ, – ти Лиана Ҡәҙим ҡыҙы.
– Төркөмдәргә бүленеп шөғөлләнәбеҙ, шәхси дәрестәр ҙә үткәрәбеҙ, сөнки балаларҙың әҙерлек кимәле төрлөсә, – ти Альмира Ирек ҡыҙы.
Ата-әсәләр һорауы буйынса педагогтар балалар өсөн профилле лагерь ҙа асырға ниәтләй, әммә әлегә бының өсөн биналары юҡ. Район хакимиәте башлығы Динис Йосопов менән ошо хаҡта әңгәмәләштеләр. Динис Рәдис улы ярҙам күрһәтергә вәғәҙәләне, тип хәбәр итә Асҡын районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Фото – Асҡын районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.