

Йылайыр ауылында йәшәгән аталы-уллы Усмановтар биш йыл инде ағас эшкәртеү менән шөғөлләнә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Ришат Рәйес улы менән Ринат Ришат улы төҙөлөш өсөн кәрәк-яраҡ, йәшниктәр, юғары сифатлы шпалдар әҙерләйҙәр. Билдәле булыуынса, ағастың яҡынса яртыһы ғына таҡтаға ярай. Уңған эшҡыуарҙар ҡалғанын да әрәм итмәй, төрлө әйберҙәр етештереү юлын таба. Заказдар Башҡортостандан ғына түгел, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән дә килә. Усмановтар 40 кешегә эш урыны булдырған.
2021 йылда Усмановтар “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә мөрәжәғәт итә һәм ҡоролмалар алыуға киткән сығымдың бер өлөшөн ҡаплау өсөн 500 мең һумлыҡ субсидия ала.
Көҙөн улар ағастан йылытыу гранулалары етештерә башлай. Уны белем биреү ойошмалары ала. Шулай уҡ бесәйҙәр өсөн бәҙрәф кәрәк-ярағы ла эшләйҙәр. Арболит блоктары етештереү өсөн ҡорамалдар ҙа алынған.
2020 йылда шәхси эшҡыуар Усманов Ринат Ришат улы SHTIL маркаһының рәсми дилеры булып китә, “УралВуд” магазины аса, электр һәм бензин менән эшләгән эш ҡоралдарҙы һатыу, йүнәтеү эшен яйға һала.
Эшҡыуарҙар райондың спорт һәм йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша, тип хәбәр итә Йылайыр районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Фото – Йылайыр районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.