

Бәләбәй ҡалаһындағы Травницкий урамында күп ҡатлы йорт төҙөлөшө үткән йылдың ноябрь айында башлана. Бөгөн объекттың әҙерлеге 75 процент тип баһалана.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Йортто 2022 йылдың октябрендә тапшырырға йыйыналар, тип хәбәр итә Бәләбәй районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
– Был йортта 77 кеше өсөн 27 фатир алырға уйлайбыҙ. Авария хәлендәге алты йорттан кешеләрҙе күсермәксебеҙ, ете фатир ҡараусыһыҙ ҡалған һәм етем балалар өсөн тәғәйенләнә. Муниципаль килешеүҙәр төҙөлгән дә инде, – ти Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев.
Авария хәлендәге йорттарҙан кешеләрҙе күсереү эше “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә алып барыла.
Фото – Бәләбәй районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.