

Стәрлебаш районы балалары хәҙер профессиональ рәүештә футбол менән шөғөлләнә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Үткән йылдың сентябрендә “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү рәүеше” федераль проекты сиктәрендә Стәрлебаш районында Стәрлетамаҡ ҡалаһы “Атлантис” балалар футбол клубының филиалы асылды. Бөгөн был филиалда 81 бәләкәй футболсы шөғөлләнә. Улар аҙнаһына өс тапҡыр килә.
Өс төркөмдә шөғөлләнгән балалар күптән түгел иптәштәрсә матчҡа йыйылды. Йәш спортсылар ошо арала өйрәнгәнен күрһәтте, тип хәбәр итә Стәрлебаш районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Балалар бар күңелен һалып, сәмләнеп уйнай. Уҡыуҙан буш ваҡыттарын гаджеттарға текәлеп үткәрмәй, спортҡа арнауҙары үҙе маҡтауға лайыҡ.
“Стәрлетамаҡтағы “Атлантис” балалар футбол клубы 2018 йылда булдырылды. Яҡшы тренерҙар һайлап алдыҡ. Балалар менән футболсылар шөғөлләнә. Бөгөн футбол клубының туғыҙ филиалы бар”, – ти клубҡа нигеҙ һалған баш тренер Александр Нечаев.
Фото – Стәрлебаш районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.