+6 °С
Ясно
Милли проекттар
18 Марта 2022, 08:56

Эш туҡталмай, барыһы ла график буйынса бара

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң көнсығыштан сығыу юлы төҙөлөшө барышын ҡараны. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Эш туҡталмай, барыһы ла график буйынса бараЭш туҡталмай, барыһы ла график буйынса бара
Эш туҡталмай, барыһы ла график буйынса бара

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң көнсығыштан сығыу юлы төҙөлөшө барышын ҡараны.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Республиканың 33,5 миллиард һумлыҡ ҙур инфраструктура проекты дәүләт-шәхси партнерлыҡ принциптарында тормошҡа ашырыла. Ул 1,2 саҡрым оҙонлоғондағы тоннель (1992 йылда уҡ төҙөлә башлаған) төҙөүҙе, Ҡариҙел йылғаһы аша 2,65 километр оҙонлоғонда эстакадаһы булған күпер һәм 10 саҡрымлыҡ автомобиль юлы  һалыуҙы күҙ уңында тота.

Көнсығыштан сығыу юлы Өфөнөң үҙәк өлөшөн М-5 “Урал” федераль трассаһы менән тоташтыра. Был Башҡортостандың баш ҡалаһы транспорт структураһын яҡшырта һәм  М-5 “Урал” менән М-7 “Волга” трассалары араһын автомобиль юлы менән тоташтыра.

– Көнсығыш яҡлап сығыу юлының тарихы оҙон һәм ябай түгел. Был республика һәм баш ҡала өсөн бик мөһим объект. Беҙ күпер менән тоннель генә төҙөп ҡалмайбыҙ, етди мәсьәләләрҙе хәл итәбеҙ. Ҡаланың төп артерияларын бушатабыҙ, Өфө йылғаһы аръяғына туранан-тура сыға аласаҡбыҙ. Ике йыл элек төҙөлөштө яңыртҡанда беҙ үҙебеҙгә, башҡа уны бер ҡасан да туҡтатмаҫбыҙ, тип әйттек. Шулай булыр ҙа, – ти Радий Хәбиров.

Көнсығыш яҡлап сығыу юлы әле 38 процентҡа әҙер.  Объектта 2 489 кеше, 357 техника берәмеге эшләй. Бар эштәр ҙә график буйынса бара.

Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.

Эш туҡталмай, барыһы ла график буйынса бара
Эш туҡталмай, барыһы ла график буйынса бара
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас