

Беренсе йылда Фәттәховтар ҙур булмаған йылытмала бер мең сәскә үҫтерһә, быйыл 170 мең данаға еткергән. Аҡ, ҡыҙыл, һары... – барыһы 24 төрлө ләлә сәскәһе үҫә бында. Һуғанбаштарҙы Голландиянан килтерәләр.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Иглин районы Үктәй ауылынан Илиза менән Рөстәм Фәттәховтар өсөн 8 март байрамы – ял түгел, ә ҡыҙыу эш осоро. Улар биш йыл инде ләлә сәскәләре үҫтереү менән мәшғүл.
Нуриман районы ҡыҙы һөнәре буйынса – нефтсе. Иглин районында ер һатып алғас, бында күңеленә ятҡан эш менән шөғөлләнә – сәскәләр үҫтерә. Яйлап хобби тигәне төп эшенә әүерелә. Рөстәм һөйгәненең сәскә үҫтереп һатыу тураһындағы хыялын хуплай. Йорт төҙөп инәләр, йылытма ла барлыҡҡа килә.
“Техник эштәрҙе тулыһынса Рөстәм башҡара. Иретеп йәбештереүсе лә, газовик та, электрик та ул”, – ти Илиза.
Сәскә үҫтереү нескәлектәрен интернет селтәренән өйрәнәләр, Егерме йыл ләлә үҫтергән Новосибирск ҡалаһы эшҡыуарынан курстар алалар.
Тәжрибә туплана килә, яңы теплицаны бар нескәлектәрен уйлап төҙөйҙәр. 600 квадрат метр майҙанлы йылытмала йылылыҡ, яҡтылыҡ автоматик рәүештә һаҡлана, елләтеү ҙә ҡаралған. Һыуытҡыс та бар.
Сентябрҙә эште башлап, октябрҙә һуғанбаштарҙы сәсәләр. Ә март айы еткәс, сәскә асылыр алдынан уларҙы йыйып, төрөп ҡуйырға кәрәк. Эшкә ғаиләләге һәр кем йәлеп ителгән, күршеләре, дуҫтары ла ярҙам итә.
– Тауарҙы күмәртәләп тә, айырым да һатабыҙ. Иглиндән, Өфөнән, Башҡортостандың башҡа төбәктәренән дә килеп алалар, кәрәк булһа, үҙебеҙ ҙә алып барып бирәбеҙ, – ти Фәттәховтар.
Йылытма артабан да буш тормай. Ләлә сәскәләре йыйып алынғас, уларҙың урынын эустома үрсетмәләре ала.
Ғаилә ғинуар айында “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашты, тип хәбәр итә Иглин районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә ойошторолған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” йүнселдәргә хыялын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
Фото – Иглин районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.