

– Иң ғәжәбе – ул барыһын да үҙе эшләй, бының өсөн башлыса үҙебеҙҙә етештерелгән материалдарҙы ҡуллана. Наилгә ҡарағанда, шунда уҡ Левша иҫкә төшә. 3D-принтерҙа баҫтырыу эше мөғжизәгә тиң. Башта деталде уйлап табаһың, компьютерҙа проект эшләйһең, шунан принтерҙы көйләйһең, кәрәкле материалдарҙы ҡарайһың, көтәһең. Үҙегеҙгә селтәрле Эйфель башняһын эшләп алырға теләйһегеҙме? Бәлки, магнитлы асҡысты тотоп торған әйбер ватылғандыр? Баҫтырып алығыҙ, ниңә аптырайһығыҙ! – тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша Гүзәл Фидарис ҡыҙы.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проектының төп бурыстарын тормошҡа ашырыу маҡсатында ҡала етәкселеге даими рәүештә Стәрлетамаҡтың предприятиеларына йөрөй. Бындай осрашыуҙар бәләкәй һәм урта бизнес эшҡыуарҙары менән танышырға, көнүҙәк мәсьәләләр хаҡында һөйләшергә булышлыҡ итә, тип хәбәр итә Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Ошо көндәрҙә ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары менән бизнес-шериф Гүзәл Ситдиҡова эшҡыуар Наил Ғимаҙиевҡа барҙы. Ул 3D-принтерҙар етештереү менән шөғөлләнә.
Әле йүнсел 3D-принтер етештереү эшен киңәйтергә ниәтләй. UNI компанияһы ҡоролмалары башлыса Рәсәй буйынса һатыла, Европала, Азияла алыусылар ҙа бар.
Наил Рәил улы ҡалала етештереүҙе күрһәтеү үҙәге асырға уйлай. Был үҙәк ресторандағы асыҡ кухняны хәтерләтә. Унда принтерҙы нисек йыйғандарын, баҫып ҡарағандарын күреп була. Йүнселдең тағы бер маҡсаты – инженерҙар тәрбиәләү.
Фото – Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.