

Төбәк гарантия фонды “Урал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә (Altyn Solok бренды) 9,1 миллион һумлыҡ поручителлек биргән. Дәүләт ярҙамы менән компания яңы продукция сығарыу проектын тормошҡа ашырыу өсөн 13 миллион һум кредит аҡсаһын йәлеп итә ала.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына поручителлек биреү механизмы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
“Урал” ойошмаһы бал ҡорто продукттарынан косметика һәм дауалау саралары сығара. Ул 1997 йылдан эшләй. Был ваҡыт эсендә Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә уникаль әйберҙәр етештереүсе булып танылған. Дәүләт ярҙамында алған кредит та кешенең иммун системаһының ауырыуҙарға ҡаршы тороуын күтәрә торған препарат булдырыуға йүнәлтелә.
2022 йылдың ике айында Төбәк гарантия фонды 193 миллион һумлыҡ 25 поручителлек биргән, улар ярҙамында республика эшҡыуарҙары фондтың партнер банктарында 441,4 миллион һумлыҡ кредит аҡсаһы йәлеп итә алған, тип хәбәр итә БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.
Башҡортостан Республикаһының Төбәк гарантия фонды бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына һәм үҙмәшғүлдәргә займдың 70 процентына тиклем суммаға поручителлек бирә, тик бер юлы 25 миллион һумдан ашыу аҡса бирелмәй. Дәүләт гарантияһы алыу шарттары менән ошо һылтанма буйынса танышырға мөмкин: www.gf-cmbrb.ru. Шулай уҡ “Минең бизнесым” офистарына мөрәжәғәт итергә була, “ҡыҙыу линия” телефоны: +7(347) 224-99-99.
Фото – БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.