+19 °С
Облачно
Милли проекттар
15 Марта 2022, 05:28

Урмансылар әҙерләнә

Быйылғы ҡыш йылы булды. Йомшаҡ ҡар урманда йөрөүҙе ауырлаштыра. Шуға ла Ғафури районының тәжрибәле урмансылары Лилиә Свечникова менән Николай Алексеев иртә менән урман культуралары ултыртыу өсөн участкалар билдәләргә юлға сыға. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Урмансылар әҙерләнәУрмансылар әҙерләнә
Урмансылар әҙерләнә

Быйылғы ҡыш йылы булды. Йомшаҡ ҡар урманда йөрөүҙе ауырлаштыра. Шуға ла Ғафури районының тәжрибәле урмансылары Лилиә Свечникова менән Николай Алексеев иртә менән урман культуралары ултыртыу өсөн участкалар билдәләргә юлға сыға.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

 “Еңеү аллеяһы”, “Хәтер баҡсаһы”, “Урманды һаҡлайбыҙ” акциялары инде йыл һайын үткәрелә торған матур ғәҙәткә әйләнде. Ғафури урман хужалығында 2022 йылда 42,5 гектар урман фонды еренә ағас ултыртыу ниәтләнә, уның 4,5 гектары “Хәтер баҡсаһы” акцияһына тәғәйенләнә, тип хәбәр итә БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

– Учаскаларҙы яҙ һыу аҫтында ҡалмаҫлыҡ урындан билдәләйбеҙ, – ти Ғафури районы урмансылары.

БР Урман хужалығы министрлығы “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектында 2019 йылдан ҡатнаша.

Фото – БР Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас