+23 °С
Облачно
Милли проекттар
15 Марта 2022, 04:16

Халыҡ кәсептәре онотолмай

Саҡмағош районы Иҫке Ҡалмаш ауыл модель китапханаһында башҡорттарҙың туҡыу традицияларына арналған оҫталыҡ дәресе үтте. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Халыҡ кәсептәре онотолмайХалыҡ кәсептәре онотолмай
Халыҡ кәсептәре онотолмай

Саҡмағош районы Иҫке Ҡалмаш ауыл модель китапханаһында башҡорттарҙың туҡыу традицияларына арналған оҫталыҡ дәресе үтте.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Китапханасы балаларға туҡыуҙың Башҡортостандың төньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш райондарында айырыуса киң таралғанын, был һөнәргә һәр башҡорт ҡатын-ҡыҙы эйә булғанын һөйләй. Шаршау, ашъяулыҡ, таҫтамал, һөлгө, түшәк ябыуы, намаҙлыҡ, балаҫ, кейем өсөн туҡыманы хужабикәләр үҙҙәре әҙерләгән. Артабан китапханасылар туҡыу станогында эшләп күрһәтте, ептәр һайларға өйрәтте, тип хәбәр итә Саҡмағош районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Халыҡ сәнғәте һәм Рәсәй халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫы йылы айҡанлы, “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” федераль проекты сиктәрендә ойошторолған сара балалар күңеленә ижад  осҡоно һалыр, тип өмөт итәбеҙ.  

Фото – Саҡмағош районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас