+13 °С
Облачно
Милли проекттар
14 Марта 2022, 08:45

Күңел һалып башҡарған эш ырай

Дүртөйлө районының Исмаил ауылынан  Ғимаевтар ғаиләһе икмәкханаһында 30 төрлө икмәк-булка ризығы бешерелә. Хуш еҫле икмәкте, бәлеште Дүртөйлө, Илеш, Саҡмағош райондарында көтөп алалар. Бөгөн бында ете кешегә эш урыны булдырылған. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Күңел һалып башҡарған эш ырайКүңел һалып башҡарған эш ырай
Күңел һалып башҡарған эш ырай

Дүртөйлө районының Исмаил ауылынан  Ғимаевтар ғаиләһе икмәкханаһында 30 төрлө икмәк-булка ризығы бешерелә. Хуш еҫле икмәкте, бәлеште Дүртөйлө, Илеш, Саҡмағош райондарында көтөп алалар. Бөгөн бында ете кешегә эш урыны булдырылған.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Дүртөйлө районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге хәбәр итеүенсә, 2018 йылда ғаилә район хакимиәтенә мөрәжәғәт итә. Урындағы эшҡыуарҙарҙың башланғысы хуплана, уларға бизнесын үҫтереү өсөн аҡса бүленә. Был мөмкинлекте “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты бирә.

 “Азалия Ғимаева минең менән тәү тапҡыр кәңәшләшергә өсөнсө сабыйын күтәреп килде. Икмәкхана асырға теләген белдергәс, “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашырға саҡырҙыҡ. 2018 йылда субсидия алғас, эше яйға һалынды. 2021 йылда  урындағы бюджет иҫәбенә махсус транспорт сараһы алыуға субсидия алды. Азалия Нәфис ҡыҙы төрлө сараларҙа ҡатнаша, йыш ҡына бағыусы булараҡ сығыш яһай. Йүнсел ҡатындың кондитер цехы асырға ла теләге бар”, – ти район хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Гөлнара Кашаева.

Күңел һалып башҡарған эш ырай бит ул. Бешеренергә яратҡан егәрле хужабикәнең ҡулы ла алтын.

Ғимаевтар өс бала тәрбиәләй. Вилдан, Вилена, Алиса ата-әсәһенең тырышлығын, маҡсатҡа ынтылыусанлығын күреп үҫә.

Фото – Дүртөйлө районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас