

Асҡын районының Мутайылға ауылында – байрам. 1965 йылда төҙөлгән ағас бина урынында хәҙер заманса модулле фельдшер-акушер пункты ҡалҡҡан.
– Үҙем мейес яҡтым, һыу ташыным. Хәҙер шундай уңайлы шарттарҙа эшләргә тура киләсәгенә ышанып та етмәйем. Йылы ла, яҡты ла, йыһаздар ҙа заманса, хатта Интернет үткән ноутбук та бар, – тип шатлығын йәшермәй ФАП мөдире Фәүиә Хәйруллина.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Фәүиә Нәғимйән ҡыҙы бында 38 йыл эшләй. Ауыл халҡы уны хөрмәт итә, кәңәшкә килә. Бөрө медицина колледжын тамамлағандан һуң йүнәлтмә менән бында килгән ҡыҙ ошонда төпләнеп, кейәүгә сыға. Ҡыҙы менән улы ла әсәһе юлынан китә.
Модулле фельдшер-акушер пункты “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә асылды. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн 3 миллион 800 мең һум аҡса һалынған, тип хәбәр итә Асҡын районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
ФАП Мутайылға, Йәнкиҫәк, Сат ауылдары халҡын хеҙмәтләндерәсәк. 370 кешенең 34-е – балалар.
Район хакимиәте башлығы Динис Йосопов әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа Ҡубыяҙ, Ҡыйғаҙы, Шишмә-Ураҡай, Үршиҙе, Солтанай ауылдарында хеҙмәт шарттары яҡшыртылған. Иҫке Ҡаҙансыла – табип амбулаторияһы, Ключи, Яңы Ҡаҙансы ауылдарында яңы модулле ФАП-тар төҙөү күҙаллана.
Фото – Асҡын районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.