

Ауырғазы районының Терәпә ауылы кешеһе шифалы үләндәр тупланмаһы, еләктәрҙән һәм үләндәрҙән майҙар әҙерләргә ниәтләй. Тыуған ерен биҙәгән үләндәрҙе йыйыу менән бергә ул дарыу үләндәре, еләк ҡыуаҡтары үҫтерергә уйлай. Эшҡыуарлыҡ башланғысын тормошҡа ашырыу өсөн үҫентеләр, орлоҡтар, ферментациялау, төрөү өсөн ҡоролмалар кәрәк.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Район хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә йүнселгә шәхси ярҙамсыл хужалыҡ өсөн ер участкаһы алыу, ҡоролмаларға киткән сығымдың бер өлөшөн ҡаплау мөмкинлеге барлығын аңлаттылар, тип хәбәр итә Ауырғазы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
“Проект шифалы үләндәр йыйыу эшмәкәрлегенә йәлеп итеү мөмкинлеген биреүе менән ҡыҙыҡ. Тейешле сертификация үткән осраҡта бындай продукцияға һорау булыр. Районда тергеҙеү һәм ҡарау талап иткән емеш-еләк баҡсалары бар, был турала уйларға ла тәҡдим итәбеҙ”, – ти район хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов.
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте” “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә ойошторола.
Фото – Ауырғазы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.