+17 °С
Облачно
Милли проекттар
14 Марта 2022, 14:55

Башҡортостанда 20 меңдән ашыу кеше социаль килешеү нигеҙендә адреслы ярҙам алған

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә социаль килешеү нигеҙендә адреслы ярҙам биреү тураһында һүҙ барҙы. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова был проектты тормошҡа ашырыу тураһында һөйләне. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Башҡортостанда 20 меңдән ашыу кеше социаль килешеү нигеҙендә адреслы ярҙам алғанБашҡортостанда 20 меңдән ашыу кеше социаль килешеү нигеҙендә адреслы ярҙам алған
Башҡортостанда 20 меңдән ашыу кеше социаль килешеү нигеҙендә адреслы ярҙам алған

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә социаль килешеү нигеҙендә адреслы ярҙам биреү тураһында һүҙ барҙы. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова был проектты тормошҡа ашырыу тураһында һөйләне.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Социаль килешеү нигеҙендә адреслы ярҙам һөнәри белем, эшҡыуарлыҡ йәки шәхси ярҙамсыл хужалыҡ алып барыуға бер тапҡыр түләү, иң кәрәк әйберҙәр алыуға мөмкинлек бирә. Эш эҙләгәндәр ай эсендә һәм эшкә урынлашҡандан һуң өс ай дауамында 10641 һум аҡса алған. Шәхси ярҙамсыл хужалыҡ алып барырға теләгәндәргә  бер тапҡыр 100 мең һумға тиклем аҡса түләнгән, эшҡыуарлыҡҡа тотонорға уйлағандарға бер тапҡыр 250 мең һум аҡса бүленгән.

2021 йылда был маҡсатта бюджеттан 486,6 миллион һум аҡса бүленгән. Был аҡса 5102 социаль килешеү төҙөргә мөмкинлек биргән. Был программа буйынса адреслы ярҙам 20 132 кешегә күрһәтелгән.

Социаль килешеү нигеҙендә адреслы ярҙамды тормошҡа ашырыу күрһәткестәре буйынса Әбйәлил, Баҡалы, Бөрө, Бөрйән, Дыуан, Иглин, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Туймазы райондары, шулай уҡ Стәрлетамаҡ һәм Өфөнөң Октябрь районы алда бара.

2022 йылда Башҡортостан был маҡсатҡа федераль ҡаҙнанан 486,9 миллион һум аҡса аласаҡ,  был 5200 социаль килешеү төҙөргә мөмкинлек бирер, тип көтөлә.

Социаль килешеү нигеҙендә адреслы ярҙам юллау буйынса консультациялар “Минең бизнесым” үҙәктәрендә бирелә.

Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас