

“Глэмпинг – ҡунаҡханалағы кеүек уңайлыҡ менән тәбиғәт ҡосағында ял итеү мөмкинлеге ул. Илһам алыу, көс туплау урыны. Бындай ерҙәргә кешеләр күңелен үҫтереү, гармония, мәҙәни ял өсөн килә. Былар барыһы ла Торатау итәгендә урынлашҡан. Иҫ киткес бит. Яңыға ынтылыу, үҙенсәлекле тәбиғәт, мажаралы ял, гастрономия туризмы – былар барыһы ла беҙҙә бар”, – ти Регина.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Ишембай районы хакимиәтендә “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткән сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә һөйләшеү экотуризм хаҡында барҙы, тип хәбәр итә Ишембай районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Ишембай районы эшҡыуары Регина Чукаева “Ял базаһы – “Кәүсәр” глэмпингы” проектын тәҡдим итте. Проект ҡырағай тәбиғәт ҡосағында уңайлы ял ойоштороуҙан тора. Унда карауат, мебель, аш-һыу өсөн кәрәк-яраҡ, душ, бәҙрәф ҡаралған.
Фото – Ишембай районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.