+4 °С
Болотло
Милли проекттар
11 Март 2022, 06:30

Һайт, ҡара юрға!

Бөрйән районында Исмәғил Ғәбитов исемендәге 53-сө ат ярышы үтте. Был сараны йәше лә, ҡарты ла көтөп ала. Шулай уҡ ул республиканың төрлө төбәктәренән туристарҙы йәлеп итеү ысулы ла булып тора. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Һайт, ҡара юрға!Һайт, ҡара юрға!
Һайт, ҡара юрға!

Бөрйән районында Исмәғил Ғәбитов исемендәге 53-сө ат ярышы үтте.

Был сараны йәше лә, ҡарты ла көтөп ала. Шулай уҡ ул республиканың төрлө төбәктәренән туристарҙы йәлеп итеү ысулы ла булып тора.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

“Бөрйән – республикала йыл һайын ҡышҡы ат-сана ярыштары үткән берҙән-бер район. Кешеләрҙе сәләмәт тормош рәүешенә йәлеп итергә лә, тоҡомсолоҡ эшен үҫтерергә лә, ат спортына, тоҡомдарына  ҡарата ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырға ла теләйбеҙ. Был ярыштарҙы башлаусы – Башҡортостанда билдәле сәйәсмән, йәмәғәт эшмәкәре, Бөрйән районының Почетлы гражданы Исмәғил Әхмәҙулла улы Ғәбитов”, – ти район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов.

Тәүге ярышта бары алты кеше ҡатнашһа, бөгөн сара республика кимәлендә бара. Быйыл Баймаҡтан, Ейәнсуранан, Стәрлетамаҡтан ҡунаҡтар булған, тип хәбәр итә Бөрйән районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Алты төрлө ярыш, шулай уҡ йылҡысылар, ат егеү кәрәк-ярағын биҙәү буйынса конкурстар ҙа ойошторолған. Быйыл беренсегә “Ауҙарыш” уйыны үткәрелгән. Ул шунан ғибәрәт: ике һыбайлы бер-береһен аттан тартып төшөрөргә тырыша. Был уйында Мораҙым ауылыныҡылар ал бирмәне.

Фото – Бөрйән районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас