

Хәйбулла районы Аҡназар ауылында яңы фельдшер-акушер пункты асылды.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Яңы ФАП-та пациенттарҙы фельдшер Ғәйшә Сәғитова хеҙмәтләндерә. Ул медицина өлкәһендә 40 йылға яҡын эшләй. Сибай медицина училищеһын тамамлағандан һуң 1983 йылда Аҡъяр район дауаханаһына эшкә төшә. Ун йыллап Бүребай амбулаторияһында эшләй. 2020 йылда Ғәйшә Нуриәхмәт ҡыҙы тыуған яғына – Аҡназарға ҡайта. 109 ауылдашының һаулығы өсөн янып көйә ул. Уларҙың 48-е – пенсия йәшендә. Ауыл халҡы ла үҙ эшен белгән, иғтибарлы, йылы һүҙле медицина хеҙмәткәренә рәхмәтле, тип хәбәр итә Хәйбулла районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
“Һеҙгә сәләмәтлек насип булһын, ФАП-ҡа профилактика өсөн генә килеүегеҙҙе теләйем”, – ти Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.
ФАП “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Беренсел медицина-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү” төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә асылды.
Фото – Хәйбулла районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.