+23 °С
Облачно
Милли проекттар
10 Марта 2022, 11:51

Тәгәрмәсле мәҙәниәт йортон көтөп алалар

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге үткән йылда автоклублы булғайны. Күп функциялы мәҙәниәт үҙәге алыҫ ауылдарҙа ла төрлө саралар үткәрергә мөмкинлек бирә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Тәгәрмәсле мәҙәниәт йортон көтөп алаларТәгәрмәсле мәҙәниәт йортон көтөп алалар
Тәгәрмәсле мәҙәниәт йортон көтөп алалар

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге үткән йылда автоклублы булғайны. Күп функциялы мәҙәниәт үҙәге алыҫ ауылдарҙа ла төрлө саралар үткәрергә мөмкинлек бирә.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Йыл башынан, тәбиғәт шарттары ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, автоклуб ярҙамында 19 сара уҙғарылған, уларҙа 411 кеше ҡатнашҡан, тип хәбәр итә Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Концерттарҙа башҡорт, татар, сыуаш, мордва йырҙары яңғырай, бейеүҙәр һәм театрлаштырылған тамашалар күрһәтелә. Тамашасыларға айырыуса “Әсәм теле – сәсән теле”, “Ҡышҡы моңдар” театрлаштырылған тамашалары оҡшай.

– Стационар мәҙәниәт учреждениеһы булмаған ауылдарҙан төрлө саралар үткәреү тураһында үтенестәр алабыҙ. Автоклубтың килеүе ауылдың мәҙәни тормошон йәмләндереп ебәреүе менән ҡиммәт. Концерттан һуң тамашасылар килеп рәхмәтен еткерә һәм киләһе сара ҡасан уҙғарылыуы хаҡында һорай. Был автоклубтарҙың бик кәрәкле икәнлеген дәлилләй, – ти етәксе Дәриә Сираева.

Фото  –  Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас