+14 °С
Облачно
Милли проекттар
10 Марта 2022, 12:09

Робот етештерә

 “ОЗНА” компанияһында робот техникаһы комплексы етештереү буйынса эш башланы. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Робот етештерәРобот етештерә
Робот етештерә

 “ОЗНА” компанияһында робот техникаһы комплексы етештереү буйынса эш башланы.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Етештереү технологияһын роботлаштырыу продукция етештереү сифатын һәм тиҙлеген арттырыу буйынса бурыстарҙы үтәүгә йүнәлтелгән. Технологик процесҡа роботтарҙы индереү тиҙлекте бер нисә тапҡыр арттырырға булышлыҡ иткән. Комплексты ике оператор һәм программасы хеҙмәтләндерәсәк, тип хәбәр итә Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. 

– “ОЗНА” компанияһының яңы стратегияһы – заказсыларыбыҙ ҡуйған ҡатмарлы мәсьәләләрҙе бик тиҙ, юғалтыуһыҙ, юғары сифатта хәл итеү һәләте ул. Һорауға лайыҡлы яуап биреү өсөн компания үҫеш проекттарын тормошҡа ашыра, – ти “ОЗНА” холдинг компанияһы директорҙары советы рәйесе Марат Фәттәхов.

Был эштәр  “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты сиктәрендә алып барыла. Яңы робот техникаһы комплексын ҡулланыуҙан алған  теүәл иҡтисади файҙаны баһаламай әйтеп булмай, шулай ҙа ойошмала етештереү эҙмә-эҙлекле рәүештә автоматлаштырылған, һанлаштырылған, заманса була барыуы хаҡында һүҙ йөрөтөргә мөмкин.

  Фото – Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас