+13 °С
Облачно
Милли проекттар
10 Марта 2022, 11:28

Мәсьәлә хәл ителер

Үрге Тәтешле ауылының көньяҡ-көнбайыш биҫтәһендә яңы һыу менән тәьмин итеү ҡоролмаһын проектлау һәм төҙөү буйынса эштәр бара. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Мәсьәлә хәл ителерМәсьәлә хәл ителер
Мәсьәлә хәл ителер

Үрге Тәтешле ауылының көньяҡ-көнбайыш биҫтәһендә яңы һыу менән тәьмин итеү ҡоролмаһын проектлау һәм төҙөү буйынса эштәр бара.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Проектта артезиан скважиналары, резервуарҙар, тәүге этапта 7,8 саҡрым оҙонлоғонда 200 участка өсөн һыу үткәреү селтәре төҙөү ҡаралған. Артабан ауылдың генераль планына ярашлы биҫтәнең үҫешенә ҡарап икенсе этапта – 6,8 саҡрым (305 участка), өсөнсө этапта 17,5 километр (554 участка) оҙонлоҡта һыу үткәреү селтәре төҙөү күҙаллана, тип хәбәр итә Тәтешле районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Төҙөлөш эштәре “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә бара. Проект-тикшереү эштәрен “Тех Проект” инженер үҙәге башҡара.

Был проектты тормошҡа ашырыу киләсәктә район үҙәгендә йәшәүселәрҙе һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһен тулыһынса хәл итер, тигән өмөттә тәтешлеләр.

Фото – Тәтешле районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас