+6 °С
Ясно
Милли проекттар
9 Марта 2022, 07:02

Яңы Балаҡатайҙа – япон аш-һыуы

Балаҡатай районы хакимиәтендә үткән сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә шәхси эшҡыуар Клара Латипованың суши, ролл етештереү буйынса проекты ҡаралды. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Яңы Балаҡатайҙа – япон аш-һыуыЯңы Балаҡатайҙа – япон аш-һыуы
Яңы Балаҡатайҙа – япон аш-һыуы

Балаҡатай районы хакимиәтендә үткән сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә шәхси эшҡыуар Клара Латипованың суши, ролл етештереү буйынса проекты ҡаралды.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

 “Сер түгел, суши, ролл кеүек Азия ашамлыҡтары һуңғы йылдарҙа ҡалала ғына түгел, ауылда ла популярлыҡ яулай. Иң тәүҙә ниндәй ролдарҙы күберәк аласаҡтарын белештем һәм уларҙың 4 – 10 төрөндә туҡталдым. Япония кухняһы нескәлектәрен өйрәндек, кәрәкле ҡорамалдар, электр мейестәре һатып алдыҡ”, – тип һөйләй эшҡыуар. Маҡсаты – сифатлы аҙыҡ-түлек етештереү, эш урындары булдырыу.

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә суши, ролл әҙерләү өсөн өҫтәлмә рәүештә ҡорамалдар алыу мөмкинлектәре хаҡында һүҙ барҙы. Район башлығы Мәсхүт Миңлеғәлин проектты хупланы. Бизнес-шериф Альберт Шафиҡов шәхси эшҡыуарға дәүләт ярҙамы саралары хаҡында мәғлүмәт бирҙе, тип хәбәр итә Балаҡатай районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте” “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла

 

Фото – Балаҡатай районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас