+15 °С
Облачно
Милли проекттар
9 Марта 2022, 08:25

Милли проектта ҡатнаша

Белореттағы “Урал пружина заводы” ЯСЙ “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектын тормошҡа ашырыуға ҡушылды. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Милли проектта ҡатнашаМилли проектта ҡатнаша
Милли проектта ҡатнаша

Белореттағы “Урал пружина заводы” ЯСЙ “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектын тормошҡа ашырыуға ҡушылды.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

– Милли проектта ҡатнашыу предприятиеның етештереү күрһәткестәрен байтаҡҡа арттырырға мөмкинлек бирә. Шул уҡ ваҡытта компанияға аҡса һалыу кәрәкмәй. Шул уҡ ҡорамалдарҙа, шул уҡ персонал менән эште яҡшыртырға мөмкин. Милли проектта ҡатнашыусылар ярты йыл буйы эксперт ярҙамын ала, һаҡсыл етештереү, юғалтыуҙарҙы асыҡлау кеүек нескәлектәрҙе өйрәнәләр, – тип һөйләй БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.

Урал пружина заводы – Рәсәйҙә һәм донъяла билдәле алдынғы предприятие. Ул машина, вагон төҙөү, автомобиль, энергетика өлкәләре өсөн заманса компененттар етештерә.

Фото Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас