

8 мартта “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу комплексында XXXVII Өфө саңғы марафоны үтә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Башҡортостандың баш ҡалаһы тағы ла билдәле Рәсәй саңғысыларын һәм биатлонсыларын ҡаршы ала: Иван Черезов, Максим Чудов, Николай Круглов, Дмитрий Ярошенколарҙың килеүе көтөлә. Марафонда ҡатнашырға спорт мәктәптәре тәрбиәләнеүселәре һәм ҡышҡы спорт төрөн яратҡан барыһы ла саҡырыла. Бөтә Рәсәйҙән 700-ҙән ашыу саңғысы ҡатнаша. Уларҙың барыһына ла миҙалдар тапшырыла.
Беренсе ярыш (5 һәм 10 саҡрымға) сәғәт унда башлана. 11.00 сәғәттә марафонсылар сыға. Программала шулай уҡ 30 километрлыҡ дистанция һәм балалар старты ҡаралған.
Өфө саңғы марафонының күп йыллыҡ тарихы бар. 2021 йылда ул Russialoppet саңғы марафондары серияһы составына инде, тип хәбәр итә Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Марафонда ҡатнашыу шарттары һәм хаҡтары менән ufaski.ru сайтында “Теркәлеү” бүлегендә танышырға була. Мөмкинлеге сикләнгән саңғысылар түләүһеҙ ҡатнаша, бәлиғ булмағандар, пенсионерҙар һәм һуғыш хәрәкәте ветерандары өсөн 50 процентлыҡ ташлама ҡаралған. Башҡортостан спорт мәктәптәренән 100 ҡатнашыусы түләүһеҙ слот ала.
“Биатлон” спорт-һауыҡтырыу комплексының адресы – Комаров урамы, 1.
Сара “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү рәүеше” төбәк программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үткәрелә.
Фото – Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.