+13 °С
Облачно
Милли проекттар
5 Марта 2022, 04:52

Мөһим һәм кәрәкле үҙәк

Өфөлә Республика балалар клиник дауаханаһы биләмәһендә балалар гематология һәм онкология үҙәге төҙөлә. Бында бәләкәй пациенттарға онкологик ярҙамдың бөтә төрҙәрен күрһәтеү күҙаллана. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Мөһим һәм кәрәкле үҙәкМөһим һәм кәрәкле үҙәк
Мөһим һәм кәрәкле үҙәк

Өфөлә Республика балалар клиник дауаханаһы биләмәһендә балалар гематология һәм онкология үҙәге төҙөлә. Бында бәләкәй пациенттарға онкологик ярҙамдың бөтә төрҙәрен күрһәтеү күҙаллана.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

Үҙәктә төҙөлөш 2021 йылдың көҙөндә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә башлана. Уның өсөн 1,5 миллиард һум аҡса тотоноу ҡарала. Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, төҙөлөштөң тамамланыу ваҡыты – 2025 йылдың 31 ғинуары.

Әле объектта коммуналь селтәрҙәр ҡороу һәм нигеҙ һалыу эштәре бара. Майҙаны 17,7 мең квадрат метр тәшкил иткән үҙәк “Г” хәрефе рәүешендә төрлө ҡатлы биналарҙан тора. Уны хирургия корпусына төкөтөп төҙөйҙәр.

Был объект республика өсөн бик мөһим һәм кәрәкле. Башҡортостанда йылына 130 балала яман шеш осрағы асыҡлана. Үҙәктең эшләй башлауы онкологик сирҙәр менән ауырыған балаларға медицина ярҙамы күрһәтеү сифатын арттырыр, тип көтөлә.

Фото –  Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас