+1 °С
Ясно
Милли проекттар
4 Марта 2022, 04:10

“Маҡсатыбыҙ – юлдарҙы һаҡлау”

Башҡортостан юлдарында 10 ауырлыҡ үлсәүҙе күҙәтеү автоматик пункты даими эксплуатация режимына күсерелә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
“Маҡсатыбыҙ – юлдарҙы һаҡлау”“Маҡсатыбыҙ – юлдарҙы һаҡлау”
“Маҡсатыбыҙ – юлдарҙы һаҡлау”

Башҡортостан юлдарында 10 ауырлыҡ үлсәүҙе күҙәтеү автоматик пункты даими эксплуатация режимына күсерелә.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, быйыл Башҡортостанда “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса 13 ауырлыҡ үлсәүҙе күҙәтеү автоматик пункты ҡуйылған.

Бындай комплекстарҙың төп бурысы – автомобиль юлдарының торошон  һаҡлау, хәүефһеҙлек кимәлен күтәреү, юл-транспорт фажиғәләре һанын кәметеү, автомобиль юлдарын эксплуатациялау һәм тотоуға сығымдарҙы ҡыҫҡартыу.

– Маҡсатыбыҙ – юлдарҙы һаҡлау, водителдәргә штраф һалыу түгел. Юл полотноһын һаҡлау тураһында уларҙы тотоусылар һәм ремонтлаусылар ғына түгел, файҙаланыусылар ҙа хәстәрләһен ине, – ти Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев.

Фото – БР Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас