

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан Ҡырмыҫҡалы районында алты ғаилә ҙур бүләк алып ҡыуанды. “Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү” (хәҙер “Граждандарға торлаҡ менән тәьмин итеүҙә һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙә дәүләт ярҙамы күрһәтеү”) торлаҡ программаһына 2012 йылда ингән ғаиләләрҙең ҡулында бөгөн – бер миллион һумлыҡ сертификаттар. Был аҡсаны торлаҡ ипотекаһын ҡаплауға, әҙер торлаҡ алыуға йәки яңы йорт төҙөүгә тотонорға мөмкин.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Быға “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырыу мөмкинлек бирҙе, тип хәбәр итә Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Илтуғандан Мөлөковтар, Үрге Төкөндән Саньяровтар, Олокүлдән Федоровтар, Ҡырмыҫҡалынан Кәбировтар һәм Вәлишиндар – күп балалы ғаиләләр, Прибельскийҙан Яҡшымбәтовтар ике бала тәрбиәләй. Йорттарығыҙ – йылыға, күңелдәрегеҙ моңға тулы булһын!
Фото – Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.