+13 °С
Облачно
Милли проекттар
1 Марта 2022, 14:17

Бала саҡ хыялын тормошҡа ашырған йүнсел

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә уңышлы эшләп килгән ойошмалар хаҡында ла һөйләшәләр. Ишембай районы хакимиәтендә үткән сираттағы кәңәшмәлә “ГАЗ МАШИНА ДЕТАЛДӘРЕ” кибеттәре селтәре хаҡында һүҙ барҙы. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Бала саҡ хыялын тормошҡа ашырған йүнселБала саҡ хыялын тормошҡа ашырған йүнсел
Бала саҡ хыялын тормошҡа ашырған йүнсел

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә уңышлы эшләп килгән ойошмалар хаҡында ла һөйләшәләр. Ишембай районы хакимиәтендә үткән сираттағы кәңәшмәлә “ГАЗ МАШИНА ДЕТАЛДӘРЕ” кибеттәре селтәре хаҡында һүҙ барҙы.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

“Автодоктор” магазиндар селтәренә нигеҙ һалыусы Рифат Килмөхәмәтов бала саҡтан төрлө техника ярата. Үҫә килә велосипедты мотоцикл алмаштыра, артабан машинаһы барлыҡҡа килә. Буш ваҡыттарын гаражда үткәрергә ярата ул. Үҙ эшен асыу идеяһы ла ошонда тыуа.

Беренсе магазин 2005 йылда асыла. Эшҡыуарға ата-әсәһе рухи яҡтан да, матди йәһәттән дә ҙур ярҙам күрһәтә. Тәүге мәлдәрҙә тәүлек әйләнәһенә эшләргә тура килә. Тольятти, Түбәнге Новгород ҡалаларынан запас  частәрҙе лә үҙе ташый. Хәҙер эш яйланған, кәрәк-яраҡ аҙна һайын дистрибьюторҙан туранан-тура килтерелә, тауарҙың сифаты һәм ваҡытында килеп етеүе өсөн борсолорға түгел. 2010 йылда кибет “ГАЗ МАШИНА ДЕТАЛДӘРЕ” рәсми сертификацияланған магазин статусы ала.

Бөгөн был эш – ҙур ғаилә бизнесы. 2018 һәм 2021 йылдарҙа Ишембай ҡалаһында ҙур автоүҙәктәр асыла. Тиҙҙән интернет магазин асыу ҙа – пландарында, тип хәбәр итә Ишембай районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

2021 йылда эшҡыуар, дәүләт ярҙамы алып, кәрәкле ҡорамалдар өсөн киткән сығымдың бер өлөшөн ҡаплай. Бала саҡ хыялын тормошҡа ашырған йүнсел хәҙер башҡаларға ла ярҙам итә алыуына ҡыуана.

Фото – Ишембай районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас